

7-се һәм 11-се төркөм тәрбиәләнеүселәре тыуған еребеҙ хаҡында бик күп шиғырҙар белә икән! Йәнә бейеп тә, йырлап та күрһәттеләр. Тәрбиәселәр Зөлфиә Сайран ҡыҙы Туҡаева, Венера Вәзир ҡыҙы Ғәйнуллина менән Ирина Анатольевна Белова балаларға республика символикаһы хаҡында һөйләне. Һәр төбәктең гербы, гимны һәм флагы барлығын белде улар. Элекке йолалар менән дә таныштылар. Бергәләп милли уйындар уйнанылар. Кескәйҙәр башҡорт кейемдәрен, музыка ҡоралдарын да ҡыҙыҡһынып ҡараны. Байрам ҡыҙыҡлы үтте.