+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
15 Октябрь 2023, 17:13

Атай

Минең атай һуғышта, Һеҙҙең атай өйҙәме?Әсәй күҙе алыҫта -Өйҙөң юҡ хәҙер йәме.

АтайАтай
Атай

Мин уҡыйым мәктәптә,
Себерҙә йөрөй ағай.
Атай янына барам, тип тә
Ашҡына, китер буғай...

Күрше: “Аҡса кәрәккән, - ти - 
Шуға улар һуғышта!"
“Юҡ, улай түгел – ялған! - тим -
Атай Ватан һаҡлай алыҫта!”

Үткән айҙа әхирәтем
Күмде ергә ағаһын.
Атай иҫән ҡайтһын өсөн
Хәйер бирәм көн һайын.

Тиҙерәк бөтһөн инде
СВО тигәндәре.
Тыныс тормош, һин кил инде
Ҡыйын бит көтөүҙәре...

Август, 2023 йыл.

Бөгөн, Атайҙар көнөндә, "Йөрәк һүҙе" проекты етәксеһе Наилә Сәфәрғолова үҙенең сәхифәһендә ошо видеояҙманы тәҡдим итте. Атай тураһындағы был шиғырҙы быйылғы "Йөрәк һүҙе"ндә Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәптең III синыф уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова һөйләгәйне.

Ерҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас