+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
25 Октябрь 2023, 09:14

“Юҡ ундай хәреф!”

Олатай-өләсәйҙәрегеҙ яратып ҡараған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуының тәүге сығарылышы 1990 йылдың 25 октябрендә төшөрөлә. Икенсе көнө ул эфирға сыға. Алып барыусыһы Владислав Листьев була. Ә Леонид Якубович беренсе тапҡыр экранда ҡасан күренә, беләһегеҙме?

Был 1991 йылдың 22 ноябре була. Шунан бирле Якубович – һәр ғаиләлә!

Ҡыҙыҡлы факттар:

  • “Е” менән “Ё”, “И” менән “Й” һүҙҙәрҙә бер хәрефкә һанала.
  • Тапшырыу хаҡында 4 документаль фильм төшөрөлгән.
  • 2001 йылдан бирле музей эшләй. Унда нимә генә юҡ!
  • Бер тапшырыуҙы төшөрөү өсөн 3 сәғәткә яҡын ваҡыт китә. Ял көндәрендә дүртәүҙе төшөрөп ҡуялар.
  • 1990 йылдан 2021 йылға тиклем төрлө маркалы 300-ләп автомобиль отторғандар.
  • Мәскәүҙәге “Юнистрой” компанияһы бер осор бағыусы була, еңеүселәргә фатир бүләк итә. Әммә финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында эшмәкәрлеген туҡтата. Бер нисә еңеүсе фатирын тәки ала алмай.
  • 1992, 1993, 1995, 1999, 2001 һәм 2005 йылдарҙа барабандың “ҡиәфәте” үҙгәреп ала.
  • Тапшырыу тарихында бер генә тапҡыр ассистент яңылыш икенсе хәрефте аса. Был 2015 йылдың 27 марты була.
  • 2020 йылдың 3 апрелендә тәүге тапҡыр тамашасыһыҙ эфир үтә – коронавирус...
  • Римма Агафошина исемле ярҙамсы ҡыҙ 1996 йылдан бирле хәреф аса һәм кескәй ҡунаҡтарға бүләктәр тапшыра.

 

“Юҡ ундай хәреф!”
“Юҡ ундай хәреф!”
“Юҡ ундай хәреф!”
“Юҡ ундай хәреф!”
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас