

1941 йылдың декабрендәге И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән -16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.
1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.
1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.
1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.
Дивизияның 3860 һалдат һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Ә генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә.
https://ba.wikipedia буйынса.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.