

Бик уңған, өлгөр кеше ул, үҙен ауыл халҡы ярата. Эше тынғыһыҙ булһа ла, өйҙә беҙгә төрлө тәмле ризыҡ бешерергә лә өлгөрә. Әсәйемде ҡыуандырыр өсөн «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыйым. Шиғырҙар ятлап, районда төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашам.
Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ, өй эштәрендә һәр ваҡыт ярҙам итәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Данил ГӘРӘЕВ, IV синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.