+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
26 Ноябрь 2023, 16:21

Булырмын ҙур терәк

Йәш хәбәрсебеҙ Тамерлан ЗАРИПОВ әсәһенә шиғыр арнаған.

Булырмын ҙур терәкБулырмын ҙур терәк
Булырмын ҙур терәк

Оҡшатамын ҡояшҡа
Әсәйемдең йөҙҙәрен.
Бит остары – тулған ай,
Муйылдай бит күҙҙәре.
Йүгерек ҡулдарына
Эйәрмәй хатта күҙҙәр.
Барыһына өлгөрә,
Тауҙай булһа ла эштәр.
Арыу-талыуҙы белмәй,
Һис бушамаҫ әсәйем.
Уның кеүек әсәйҙәргә
Тик аҡ бәхет теләйем.
Яратып ҡосоп алам
Әсәйемдең иңенән.
Һаҡлармын һәм яҡлармын
Терәк булып үҙенә!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас