

Иң матуры, яғымлыһы донъяла әсәй! Уның аштары ла телде йоторлоҡ,изге һүҙҙәре күңелгә яҡын. Әсәйемдең йәшел күҙҙәре бигерәк матур.Мин уның һәр ваҡыт шат булыуын теләйем. Уҡыуымда яҡшы билдәләр алып, үҙен гел шатландырам.
Наҙгөл Шәһивәлиева.
Минең әсәйемдең исеме – Азалиә Ишморат ҡыҙы. Ул 12 балаға ғүмер биргән. Әсәйемдең бешергән аштары, бәлештәре ныҡ тәмле.Президент ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы, 2007 йылда ғаиләбеҙ «ГАЗель» микроавтобусы менән бүләкләнә.
Азалида Ғәйнетдинова.
Әсәйем Рима исемле, 4 бала тәрбиәләп үҫтерә. Мин, олоһо булараҡ, уға өй эштәрендә булышам. Әсәйем тәмле аштар бешерә, бейәләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләй, өйгә йәм өҫтәй.
Дамир Ғәйнетдинов.
Минең дә донъяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешем – әсәйем. Уның исеме – Лиза. Һәр ваҡыт миңә ярҙам ҡулы һуҙа, кәңәштәр бирә. Рәхмәт һиңә, әсәйем! Ышанысыңды аҡлармын, тырышып уҡырмын.
Анастасия Третьякова.
Мин әсәйемде ныҡ яратам. Унан да яҡыныраҡ кеше юҡ.
Әсәйемдең исеме – Эльвира. Ул йылмайһа, ҡояш та нығыраҡ яҡтыртҡан төҫлө. Әсәйем шатланһа, беҙ ҙә һөйөнәбеҙ.
Ләйлә Камалова.
Мин бәхетле! Атай-әсәйем янымда, апайым да, ҡустым да бар. Әсәйем Иҙрис ауылында тыуып үҫкән. Малаяҙҙа магазинда һатыусы булып эшләй. Беҙ һәр саҡ әсәйемдең йылыһын тойоп, наҙланып йәшәйбеҙ. Ер йөҙөндә минең кеүек бәхетле балалар күберәк булһын ине.
Алина Латипова.
Әсәйем клубта йыйыштырыусы булып эшләй. Мин үҙен бик яратам. Ҡыйғы районынан ул. Шундай яғымлы, йомшаҡ күңелле. Донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк бер кем юҡ икәнен аңлайым.
Линария Кәримова.
Минең әсәйем бик уңған. Ул өйҙә телде йоторлоҡ тәмле аштар бешерә, матур гөлдәр үҫтерә. Беҙҙе иркәләп, «улым», «ҡыҙым», тип кенә тора. Мин уға ярҙам итергә тырышам.
Шамил Дәүләтшин.
Беҙҙе, 2 баланы, үҙенең ҡанаты аҫтына Әлфирә әбейем алған. Ул беҙҙе гел яҡшыға өйрәтә. Мин әбейемдең уңғанлығына, тырышлығына һоҡланам. Үҙен бик ныҡ яратам!
Һин – беҙгә ҙур терәк тә,
Һин – беҙгә бик кәрәк тә!
Нурлан Хәкимов.
Әсәйемдең исеме – Гөлдәр. Ул клубта эшләй, матур йырлай. Әсәйем барыһына ла өлгөрә. Матур гөлдәр үҫтерә. Ул эргәлә булған саҡта миңә һәр ваҡыт рәхәт, ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ һымаҡ.
Эльвир Шәмсетдинов.
Әсәйем 4 балаға ғүмер биргән. Ул Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән.
Тылсымлы ҡош, һандуғас,
Серемде әйтәм һиңә:
Һайра, һайра өҙөлөп,
Бағышлап әсәйемә.
Алияна Ғәниева.
Наҙлы әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул.Ә минең өсөн донъялағы иң яҡын кешем. Әсәйем 6 балаға ғүмер биргән.Беҙ уны яратабыҙ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышабыҙ.Ҡояш ғүмере теләйем,әсәйем, һиңә!
Вильяна Ғөбәйҙуллина.
Фото: yandex.ru.