

Әсәйемдең яғымлы йылмайыуын һәм шаян, нурлы күҙҙәрен яратам. Ул беҙҙе бер ваҡытта ла әрләмәй, ә түҙемле генә тормош һабаҡтарына өйрәтә. Һәр иртә наҙлы йылмайып, арҡамдан һөйөп уята, йомшаҡ, хәстәрлекле ҡулдары менән сәсемде үрә, тәмле аштар менән һыйлап, дәрескә оҙата. Ул бик изге күңелле, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә. Бөтәһенә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шуға үҙен барыһы ла хөрмәт итә.
Әсәйем аш-һыуға ла оҫта. Мин уға ярҙам итергә тырышам. Буш ваҡытыбыҙҙа бергәләп тәмле ризыҡтар бешерергә яратабыҙ. Әсәйем үҙенең аш-һыу серҙәре менән бүлешә, файҙалы кәңәштәрен бирә, үҙе белгәнен өйрәтергә теләй.
Әсәhеҙ ғаилә – hүнгән усаҡ, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, әсәй бер генә көн өйҙә булмаһа ла, ул шул тиклем шыҡһыҙ, һыуыҡ булып күренә. Уларҙың бөйөклөгө тураһында Әсәйҙәр байрамында ғына түгел, ә һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эштәрендә ярҙам итәйек, тырышып уҡыйыҡ. Илебеҙ тыныс булһын, һәр бала әсәйле булып үҫһен!
Зөләйха ҒӘББӘСОВА,
VI «А» синыфы уҡыусыһы,
«Факел» берекмәһенең йәш хәбәрсеһе.
Хәйбулла районы,
1-се Аҡъяр урта мәктәбе.