

Тәрбиәләнеүсем Сафия әсәһе тураһында бына нимә ти: «Мин уны бик яратам. Минең өсөн ул – иң матуры, иң яғымлыһы, иң яҡыны. Әсәйем менән тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам. Уны байрамы менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, өйөбөҙҙөң йәме булып ҡалыуын һәм уңыштар теләйем». Ул әсәһенең һүрәтен дә төшөргәйне.
Мин дә барлык әсәйҙәрҙе байрам менән тәбрикләйем. Балаларының изгелеген күреп, ҡыуанып йәшәһендәр.
Гөлкәй АҘНАБАЕВА,
«Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йондоҙсоҡтар» төркөмө тәрбиәсеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.