+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
26 Ноябрь 2023, 13:00

Тәмлекәстәр бешерә

Аҡйондоҙ ҙа шиғырын әсәһенә бағышлаған.

Тәмлекәстәр бешерәТәмлекәстәр бешерә
Тәмлекәстәр бешерә

Әсәйемде мин яратам,
Көн һайын һөйөп алам.
Ул да мине ныҡ ярата,
Мин илаһам, йыуата.
Минең ҡәҙерле әсәйем
Туҡтамайынса эшләй,
Тәмлекәстәрен бешерә,
Күлдәктәр алып бирә.
Әсәйемде ҡыуандырам:
Уҡыуҙа ла тырышам.
Ул эшенән арып ҡайта,
Мин һәр саҡ ярҙамлашам.

Аҡйондоҙ КҮСӘРБАЕВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас