+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
26 Ноябрь 2023, 05:35

Ҡулынан килмәгән эш юҡ

Әсәйем бик уңған. Бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Ныҡ оҫта үҙе. Апайҙарға матур итеп тырнаҡ эшләй, ҡыҙҙарҙың сәсенә таҫмалар, ҡыҫтырғыстар яһай, күлдәктәр тегә. Оҫта бәйләй ҙә, сигә лә, һүрәт тә төшөрә.

Ҡулынан килмәгән эш юҡҠулынан килмәгән эш юҡ
Ҡулынан килмәгән эш юҡ

Исеме Гөлсәсәк булғанғалыр, өйөбөҙ, баҡсабыҙ сәскә менән тулы. Йәнә беҙҙе үҙе бешергән ризыҡтар менән һыйларға ярата. Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Айхан ҒИМАЛДИНОВ,

II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас