+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
29 Ноябрь 2023, 11:08

Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ

Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла Әсәйҙәр байрамы матур сараға әйләнде.

Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡӘсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Балалар баҡсаһында һәм мәктәптә һәр йылдағыса әсәйҙәр өсөн байрам концерты үтте.
Матур сараны быйыл VI синыф уҡыусылары монтаж менән астылар. Етәкселәре Зилә Айнулла ҡыҙы был сараның алып барыусыһы булды.
Музыкаль яҡтан Фирҙәүес Дамулла ҡыҙы биҙәне.
Мәктәп етәкселеге исеменән әсәйҙәрҙе матур, һоҡланғыс байрамдары менән Нәйлә Әсҡәт ҡыҙы Ишбулатова ҡотланы. 
Беҙҙең кескәйҙәр беренселәрҙән булып сығыш яһанылар. "Әсәй менән гөл ултыртам" тигән йыр менән бәләкәс йөрәктәренән сыҡҡан яратыу тойғоларын еткерҙеләр.
Сиратлап йыр, моң, шиғыр, бейеү менән үрелеп барҙы байрам концерты.
Балалар һары шарҙарға смайликтар эшләп, уларҙы тотоп бейеп бөткәс, әсәйҙәренә бүләк иттеләр. Кескәй төркөмдәрҙең етәкселәре - Рузалия Фәйзулла ҡыҙы Ҡаһарманова менән Миләүшә Юныс ҡыҙы Баязитова.
Ә өлкән төркөм тәрбиәселәре Раушания Фәйзулла ҡыҙы Мәжитова менән Әнисә Ғәзизйән ҡыҙы Тулыбаева балалар менән берлектә матур йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙылар. Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири итеп  ятланылар.
Уҡыусыларҙың коллектив бейеүҙәре матур булды. Алтынсылар "Әсәй" тигән йырҙы йөрәктәрҙе яндырырлыҡ итеп башҡарҙы.
Туғыҙынсынан Баязитова Гөлсөм менән Мәжитов Батыр сараны һәр ваҡыттағыса матур итеп алып барҙы.
Матур концерттан һуң сәй табыны артында күңелле әңгәмә ойошторолдо.
Әсәйҙәр ҡыуанып, рәхмәт әйтеп ҡайттылар.
                                                            Рузалия ҠАҺАРМАНОВА. 
                                                             Бөрйән райооны.
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Әсәйҙәрҙе ҡотланыҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас