

Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамовҡа махсус хәрби операция барышында 2022 йылда күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. 1 сентябрҙә ул уҡыған Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә таҡтаташ асылған. Яңыраҡ уның тураһында Сафиулла Ғайсиндың "Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡы" исемле китабы донъя күргән.
Ә бөгөн Тамерлан Айсар улы 2004-2009 йылдарҙа уҡыған Ҡусҡар мәктәбендә Рәсәй Геройы иҫтәлегенә таҡтаташ асҡандар һәм Герой партаһын булдырғандар.
"Герой улыбыҙҙы барыбыҙ ҙа матур хәтирәләр менән бер минут тын ҡалып, аят бағышлап, иҫкә алдыҡ. Улыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын. Геройыбыҙ исеме быуаттар аша ла онотолмаҫ, Тамерланыбыҙ исеме - беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Герой улыбыҙға мәңгелек дан! Батырҙар үлмәй!" - тип яҙған ветеран уҡытыусы Мөнирә Кирәйева уҡыусыһы тураһында "Бәйләнештә" селтәрендә.
Фото: vk.com