+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
12 Декабрь 2023, 10:41

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө

Бөгөн Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүгә 30 йыл тула. 

12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө
12 декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө

Конституция - Рәсәй Федерацияһының төп ҡануны. Ул юғары юридик көскә эйә. Илдә ҡабул ителгән башҡа ҡанундар һәм хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килмәҫкә тейеш, Конституция уларға нигеҙ булып тора. 

"Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы Преамбуланан һәм ике киҫәктән тора. Преамбулала белдерелеүенсә, Рәсәй халҡы ошо Конституцияны ҡабул итә; демократик һәм гуманистик ҡиммәттәр нығытыла; хәҙерге донъяла Рәсәйҙең урыны билдәләнә. Беренсе киҫәк 9 бүлекте эсенә ала һәм 137 статьянан тора, улар Рәсәй Федерацияһында сәйәси, ижтимағи, хоҡуҡи, иҡтисади, социаль системаларҙың нигеҙҙәрен, шәхестең төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен, Рәсәй Федерацияһының федератив ҡоролошон, асыҡ власть органдарының  статусын, шулай уҡ  Конституцияны ҡайтанан ҡарау һәм уға төҙәтеүҙәр индереү  тәртибен нығыта. Икенсе киҫәге йомғаҡлау һәм күсеү положениеларын билдәләй һәм конституцион-хоҡуҡи нормалар күсәгилешлелегенең һәм тотороҡлолоғоноң нигеҙе булып хеҙмәт итә". (ba.wikipedia.)

Автор фотоһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: