+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

17 ғинуар – Уйлап табыусы балалар көнө

Бөгөн донъяла Уйлап табыусы балалар көнө билдәләнә.

17 ғинуар –  Уйлап табыусы балалар көнө
17 ғинуар – Уйлап табыусы балалар көнө

Был датаны күренекле уйлап табыусы, Америка ғалимы  Бенджамин Франклиндың тыуған көнөнә бәйләйҙәр. Ул 12 йәшендә генә йөҙөү өсөн ҡулайлама уйлап сығарған булған икән. 

17 ғинуарҙа балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыла. Йәш уйлап табыусыларҙы бүләкләйҙәр, хөрмәтләйҙәр.

Башҡортостанда ла ундай һәләтле уҡыусылар күп. Улар төрлө конкурстарҙа үҙҙәренең асыштарын тәҡдим итә, еңеү яулай.

Мәҫәлән, Өфө "Балалар технопаркы" тәрбиәләнеүселәре Ай скафандры уйлап сығарған. Был эштәре менән 2023 йылдың октябрендә "Йәш техник һәм уйлап табыусы" Бөтә Рәсәй конкурсының "Космос" номинацияһында еңеү яулағандар. 

Фото: bash.news. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: