+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
17 Ғинуар 2024, 11:39

Йәш уйлап табыусы

Хәйбулла районында һәләтле балалар бик күп. Шуларҙың береһе – йәш уйлап табыусы Айҙар Исмәғилев.

Йәш уйлап табыусыЙәш уйлап табыусы
Йәш уйлап табыусы

Аҡъярҙағы 1-се мәктәптә уҡыусы малай биш йәшенән үк төрлө асыштар менән мауыға. Иң тәүге эше – легонан янғынға ҡаршы кәмә. Йәнә миксер, диңгеҙ телеграфы, елләткес, иҙән йыуыусы робот, стенаны буяу ҡулланмаһы, локатор, поршенле двигатель һәм башҡа эштәре бар. Айҙар, улар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Маладис!

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас