+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл

27 ғинуар – Ленинград ҡалаһын фашист ҡамауынан тулыһынса азат итеүгә 80 йыл тулған көн.

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл

Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә "Рәсәй – минең тарихым" паркында "Ленинград блокадаһы тураһында 80 факт" тигән күргәҙмә асыла. Унда ҡуйылған документтар, көндәлектәр аша ҡамауҙа ҡалған ҡала тураһында яҡынданыраҡ белергә, халыҡтың шул ауыр көндәрҙә нисек көн итеүен күҙ алдына килтерергә мөмкин. 

Материалдар Санкт-Петербург музей-күргәҙмә үҙәгенән, архивтан килтерелгән. 

Бөгөн шулай уҡ почта хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Президентының ҡотлауын тапшырасаҡ. Башҡортостандан бындай хаттарҙы 59 кеше аласаҡ. Улар  – "За оборону Ленинграда" миҙалы һәм "Ленинград блокадаһында йәшәүсе" билдәһе менән бүләкләнеүселәр. 

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: