+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
2 Февраль , 15:00

Терпе көнө лә бар икән...

Был халыҡ-ара байрам бөгөн билдәләнә. Тамырҙары Боронғо Римгә барып тоташа.

Терпе көнө лә бар икән...
Терпе көнө лә бар икән...

2 февраль көнө ҡала халҡы йоҡлап ятҡан терпеләрҙе уятҡан, имеш. Улар йәнлектәрҙең тәртибен күҙәткән һәм шуның нигеҙендә яҙҙың ҡасаныраҡ килеүе тураһында фараздар яһаған. Терпе үҙенең өңөнән сығып, аҙыҡ эҙләп, әүҙем хәрәкәт итергә тейеш. Әгәр уяулы-йоҡоло хайуанҡай үҙенең күләгәһенән ҡурҡып ҡала икән, йылы көндәр әле генә килмәй.

Терпе урмандарҙа, далаларҙа һәм сүллектәрҙә йәшәй. Улар булмышы менән аҡыллы һәм етеҙ. Терпеләр күп йәнһүрәттәр, әкиәттәр, йырҙар һәм шиғырҙар персонажы булып тора.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: