+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
14 Февраль , 14:25

Таһир Күсимовтың тыуыуына - 115 йыл

14 февралдә Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың тыуыуына 115 йыл тула.

Таһир Күсимовтың тыуыуына - 115 йыл
Таһир Күсимовтың тыуыуына - 115 йыл

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Әбйәлил районы Күсем ауылында тыуған (ул ваҡытта Ырымбур өлкәһе Верхнеурал өйәҙе булған). 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны тәүҙә Ҡаҙағстанға, һуңынан Урта Азияға алып сығып китә. Әрме йәшенә еткәс, егет тыуған ауылына ҡайта. Уны Ҡазандағы татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. 

"1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙары Күсимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавлерист күнекмәләрен бик етди үткәреүе тураһында һөйләй. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшәмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүефһеҙлек тәьмин иткән.

1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрәһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.

Гвардия подполковнигы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә . 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән, ишектәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Дымарка һәм Неданчичи ауылдарынан көнбайыштараҡ Днепрҙың уң яҡ ярына сыға . Бында полк яр буйлатып 2,5 км тирәһе киңлектә плацдарм тотоп тора, дивизияның башҡа частарының йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Кусимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улы Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә", - тиелә Башҡорт википедияһында. 

Таһир Тайып улының тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар уҙа. Башҡортостан Республикаһы Милли музейында уның тормош юлына арналған күргәҙмә асыла.  

 

Таһир Күсимовтың тыуыуына - 115 йыл
Таһир Күсимовтың тыуыуына - 115 йыл
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: