+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан...

Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханаһында бик матур һәм йәнле сара үтте.

Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан...
Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан...

Бында һәләтле, һүҙ ҡәҙерен белгән ижади күңелле халыҡ йәшәй. Гөлфинә Исламова етәкселегендәге  “Моңшишмә” шиғриәт һөйөүселәр клубы нәҡ шундайҙарҙы берләштерә.

Шиғриәт көнө уңайынан улар сираттағы осрашыуға йыйылды. Үҙ эшенә бар күңелен һалыусы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы районыбыҙ шағирҙарының ижад емештәренән күргәҙмә әҙерләгәйне. Танылған шағирыбыҙ Альфред Хәжимуллиндың, билдәле йырсы, автор-башҡарыусы Сулпан Ғафуръянованың, бөгөн районыбыҙҙан ситтә йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Гөлсимә Зиннәтуллинаның, ғүмере буйына Асҡыныбыҙҙы һәм уның эшһөйәр халҡын данлап ижад итеп, әле баҡыйлыҡҡа күскән Нурихан Ғәҙелдең һәм башҡа райондаштарыбыҙҙың шиғырҙарын уҡып, күңелдәрҙе байыттыҡ.

Сарала ҡатнашыусы шиғри күңелле ағинәйҙәр Зәүиә Шәрифйәнова, Зилара Хужина, Эльвера Зиннәтова, Мәмдүнә Зарипова, Раушания Хәжиәкбәрова, Әнфисә Хәсәнова,  Әнфисә Карамова, Гөлфинә  Исламова апайҙар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы. Уларҙың хисле, наҙлы, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары яҙҙы көткән йөрәктәргә  шифа булып күңелдәрҙе байытты, һәр сығыш ихлас алҡыштарға күмелде. Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан ижадсыларҙы, шиғриәт яратыусыларҙы тағы ла бер ҡат ихлас ҡотлайбыҙ! 

Наилә ИМАЕВА.

Асҡын районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: