+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Танылған тележурналист, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова Мәскәүҙә "Рәсәй патриоты" миҙалы менән бүләкләнде. Ихлас ҡотлайбыҙ! 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Нәҡ бөгөн, Бөтә донъя шиғриәт көнөндә, Урыҫ әҙәбиәте үҙәгенең был наградаһына лайыҡ булыуы Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы өсөн икеләтә ҡыуаныс булғандыр, әлбиттә. Беҙ ҙә гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе менән бергә шатланабыҙ.

Урыҫ әҙәбиәте үҙәге етәксеһе Никита Митрохин белдереүенсә, "Рәсәй патриоты" миҙалы ижады менән Ватаныбыҙҙы данлаусы, илдең әҙәби тормошонда әүҙем ҡатнашыусы авторҙарға тапшырыла. 

Бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, бөгөн Мәскәүҙә шулай уҡ яҡташыбыҙ Гөлдәриә Йосопованың да шиғырҙары ингән яңы шиғри алманахтың исем туйы ла үткән. Йыйынтыҡҡа Рәсәйҙең 200 шағирының 600-ҙән ашыу әҫәре ингән. 

Фотола: Гөлдәриә ЙОСОПОВА һәм Никита МИТРОХИН.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: