+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Миһырбанлыраҡ булайыҡ

Йыл һайын 2 апрелдә бөтә донъяла зәңгәр яҡтыртҡыстар ҡабыҙыла. Зәңгәр төҫ ул – аутизмға ҡаршы көрәш символы.

Миһырбанлыраҡ булайыҡ
Миһырбанлыраҡ булайыҡ

Акция уңайынан баҡсабыҙҙың мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмөндә тап ошо көнгә арналған сара үтте. Балалар “Дим тураһында” йәнһүрәтен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уның аша кескәйҙәр аутизм менән сирләгән балаларҙың үҙенсәлектәре, улар менән нисек аралашыу, уйнау, дуҫлашыу тураһында мәғлүмәт алдылар. Шулай уҡ һүрәттәр төшөрҙөләр, уйындар уйнанылар. Белгестәр ата-әсәләргә буклеттар таратты, һорауҙарға яуап бирҙе.

Тормошта шундай ҡатмарлы һынауға дусар булған кешеләргә ҡарата миһырбанлыраҡ булайыҡ!

 

Роза ҺӨЙӨНДӨКОВА,

Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА,

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы педагогтары.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: