+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

7 апрель – Геологтар көнө

«Кем була ул геолог? Был һорауға күптәр: «Кем булһын инде, ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләүсе», – тип белдерер, моғайын.

7 апрель – Геологтар көнө
7 апрель – Геологтар көнө

Был яуап дөрөҫ тә һымаҡ, әммә ысынында, ер аҫты хазиналарын эҙләү өсөн геологияның ниндәй фән икәнен төптән өйрәнеп, бик белемле һөнәр эйәһе булырға кәрәк. Оло геолог шәхестәр былай фекерләй: «Геология ул  – эш, йәшәү рәүеше генә түгел, фекерләү рәүеше, аң рәүеше. Геолог-ғалимда улар мотлаҡ булырға тейеш».

Ер шарының өҫкө ташлы ҡатламдарын бөтә урындарҙа ла ентекләп өйрәнә геологтар. Ҡайҙа, ниндәй таш тоҡомдары ята, улар нисә миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, ҡасан, нисек, ниндәй үҙгәрештәр кисергәндәр... Бына ошоларҙы белмәйенсә ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләп тә, табып та булмаҫ ине.

Геолог өсөн һәр таш – үҙе бер дәүер, донъя тарихы. Бәләкәйеме, ҙурымы, был һөнәр кешеһе өсөн ул ябай таш түгел. Уның үҙ тауышы, үҙ яҙмышы бар.

Еремдең хазина-байлыҡтарын табып, халҡыма тапшырыуға өлгәшеү ғүмеремдең бушҡа үтмәгәнлеген билдәләне», – тип яҙған Башҡортостандың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиев «Хазиналы тауҙарым» тигән китабында. Автор шулай уҡыусыларын геолог һөнәре менән таныштыра геолог яҙмаларын тәҡдим итә.

Яңыраҡ Өфөләге  Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында китапханасы Разия Сибәғәтулла ҡыҙы Ғәйнуллина Басир Дәүләтбай улының тормош иптәшен – Сәүиә апайҙы алтынсылар һәм һигеҙенселәр менән осрашыуға саҡырҙы. Китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ҡунаҡ оло шәхестең тормошо, эшмәкәрлеге, тыуған яғыбыҙҙың ер аҫты байлыҡтары тураһында һөйләне.  Басир Мәһәҙиев Ейәнсура районының Абзан ауылында тыуып үҫкән. Юғары белемде Мәскәүҙә Михаил Калинин исемендәге төҫлө металдар институтында ала.

40 йылдан ашыу ғүмерен геологияға бағышлай. Ошо өлкәлә ҡанундар системаһы әҙерләүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә журналистикаға сума. Уның «Уралымдың ғәжәп төҫтәре» исемле фотоальбомы, «Ҡәнифә юлы» тигән китабы сыға. 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы.

Гимназияла Сәүиә апай менән осрашыуҙа күргәҙмә һәм викторина ла ойошторолдо. Ҡунаҡ буш ҡул менән килмәгән. Басир Мәһәҙиевтең китаптарын, таштар коллекцияһын, сертификат бүләк итте. Уҡыусыларға күренекле ғалимдың  «Хазиналы тауҙарым» тигән китабы таратылды.

Бына шундай матур йөкмәткеле осрашыу булды гимназияла.

 

7 апрель – Геологтар көнө
7 апрель – Геологтар көнө
7 апрель – Геологтар көнө
7 апрель – Геологтар көнө
7 апрель – Геологтар көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: