1917 йылдың нәҡ ошо көнөндә "Башҡорт иттифаҡи бюроһы мөхбире" исемле башҡорт милли хәрәкәтенең тәүге матбуғат баҫмаһы донъя күргән.
Бөгөн ошо айҡанлы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында журналистарҙың "Медиайыйын"ы уҙа. Девизы - "Беҙ бергә!"
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, федераль баҫмаларҙан абруйлы вәкилдәр ҙә ҡатнашасаҡ. Оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Киң мәғлүмәт саралары иңендә бөгөнгө көндә ҙур яуаплылыҡ ята: "фейк"тар күбәйгән, мәғлүмәт һуғышы барған осорҙа халыҡҡа дөрөҫлөктө еткереү.