Дата дини нигеҙгә барып тоташа, сөнки Урыҫ православие сиркәүендә изге Петр һәм Февронияны иҫкә алалар. Был пар элек-электән ғаиләне һәм никахты һаҡлаусылар булып һанала, иҫән саҡтарында өлгөлө, тоғро ғаилә була.
8 июлдә Ғаилә көнө йылдан-йыл киңерәк билдәләнә. Был көндө никахҡа инеүсе йәштәр ҙә күбәйә.
Байрамдың символы — аҡ сәскә. 8 июлдә 25 йылдан оҙағыраҡ йәшәгән ғаиләләргә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ" өсөн миҙалы ла тапшырыла.
Ғаиләләр бәхетле, ныҡлы булһын, балалар ҙа бәхетле булып үҫер.
Фото: ya.ru.