+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

250 хәрби осош яһаған

9 июль - Башҡорт халҡының данлы улы, легендар лётчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тыуған көн.

250 хәрби осош яһаған
250 хәрби осош яһаған

Муса Ғайса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Саҡмағош улысы (хәҙерге Илеш районы) Иләкшиҙе ауылында тыуған. Мусаға ете йәш тулғанда Гәрәевтәр ғаиләһе яңы нигеҙ һалынған Ташшишмә ауылына күсә. 1937 йылда күршеләге Бишҡурай ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, тимер юл техникумына уҡырға урынлаша. 1939–1940 йылдарҙа, техникумда уҡыу менән бергә, Өфө аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә тәүге осоштар яһай. Данлыҡлы башҡорт лётчигы Ғәли Ишмырҙин етәкселек иткән Өфө аэроклубы ул йылдарҙа осоусы булыу тураһында хыялланған бик күп һәләтле йәштәргә ысын мәғәнәһендә ҡанат ҡуя, артабан төплө әҙерлек үтер өсөн йүнәлеш бирә.

Һуғыш ваҡытында Муса Гәрәев 250 хәрби осош яһай. Сержант званиеһында яуға ингән егет Еңеү көнөн майор булып ҡаршы ала. Яу йылдары тураһында "Штурмовиктар һөжүмгә бара" тигән китабы бар. "Йәшәйем һәм хәтерләйем" мемуарында уның сағыу тормош юлы, хәрби осоштары һүрәтләнгән. 

Муса Гәрәев Өфөләге Еңеү паркында ерләнгән.

Фото: ya.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: