+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән

17 июлдә дүртенсегә Рәсәй Федерацияһының күп милләтле этномәҙәни ҡаҙанышын һаҡлауға һәм актуалләштереүгә йүнәлтелгән "Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә.

Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
 2024 йылда акция Ғаилә йылына арналған һәм ғаиләне һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Ошо акцияға Аҫҡар ауыл китапханаһы ла ҡушылды. Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған халҡыбыҙ фольклоры, ижады бик бай. Ул быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырылған халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһы. Халыҡ ижады әҫәрҙәре кешелектең әхлаҡ-әҙәп йөҙөн барлыҡҡа килтереүсе һәм нығытыусы, уның тарихи хәтере, күңел байлығы булып тора. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә үҙенең тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған башҡорт фольклорына арнап “Әлләсе” уйыны үткәрелде.
 
Мәғлүмәт һәм фотолар Аҫҡар ауылы китапханаһы (id577307681) төркөмөнән алынды.
 
 
Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
Аҫҡарҙар "Әлләсе" уйынын үткәргән
Автор:
Читайте нас: