+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
18 Сентябрь 2024, 04:05

Башҡортостан гимны

2008 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителгәйне.

Башҡортостан гимныБашҡортостан гимны
Башҡортостан гимны

Шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм шағир, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр яҙҙы. Ә урыҫ теленә көй авторы Фәрит Иҙрисов менән яҙыусы Светлана Чураева тәржемә итте.

2022 йылдан мәктәптәрҙә һәр аҙна тантаналы линейкала Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү, ил һәм республика гимндарын башҡарыуҙан башланып китә.


Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.

Дан hиңә, Башҡортостан!
Илен hөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!

Башҡортостан, hин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.

Республикам, йондоҙ булып балҡы hин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә hүнмәҫ усағыбыҙ,
Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.

Фото: yandex. 

Башҡортостан гимны
Башҡортостан гимны
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас