Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының Ғәзимә һәм Әхмәтзәкир Иҙрисовтар ғаиләһендә тыуған беҙҙең коллегабыҙ. «Ағасына күрә – алмаһы, әсәһенә күрә – балаһы», – тиҙәр халыҡта. Әлфиә лә әсәһенең юлын һайлай. Ғәзимә Сәғит ҡыҙы – уға бар яҡтан да үрнәк булған остазы. Ул бөтә хеҙмәт юлын балалар баҡсаһына бағышлаған. Коллегабыҙ ҙа әсәһенә оҡшап, һайлаған һөнәренә тоғро. Ул да балалар баҡсаһында бик тырышып эшләп йөрөй. Әүҙем, ижади, намыҫлы, талапсан хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны маҡтаулы исемдәрен алып һөйөндө.
Шундай эшһөйәр һәм тәжрибәле тәрбиәсене балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла ярата, хөрмәт итә. Артабан да йәш быуынға үрнәк булып, бергәләп эшләргә яҙһын.
Фотоһүрәттә дүрт быуын: Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙы үҙенең 87 йәшлек әсәһе, ҡыҙы Нилә һәм ейәнсәре менән.
Әлфиә ВИЛДАНОВА, «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.