– Кем яҡты ҡояш кеүек
Күңелеңде наҙлап йылыта?
– Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,
Сабыр һүҙе менән йыуата?
– Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,
Әсәй кеүек беҙҙе ярата?
– Кем күп ишектәр беҙгә аса,
Барған юлыбыҙҙы яҡтырта?
– Әлбиттә, тәрбиәсе!
Күптәр был һөнәрҙе еңел тип һанай. Тәрбиәсе булыу һәр кемгә бирелмәгән. Был эштә түҙемлек, ихласлыҡ, балаларҙың үҙҙәре һымаҡ эскерһеҙ, алсаҡ булыу кәрәк. Ул балалар баҡсаһына йөрөгән һәр сабый өсөн әсә кеүек яғымлы ла, изге дуҫ та, аҡыллы остаз да булырға тейеш.
Беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Резеда Салауат ҡыҙы Мөхәмәтшинаны ла күптәргә өлгө итеп ҡуялар. Ул балаларҙы сикһеҙ ярата, көн һайын уларға ниндәйҙер яңы һәм мауыҡтырғыс дәрес үткәрергә тырыша. Шундай алсаҡ, дәртле, изге күңелле, иғтибарлы, әммә талапсан да үҙе. Кескәйҙәре эргәһенән китмәй, һөйләгәнен йотлоғоп тыңлай. Балаларҙы туған телебеҙҙе яратырға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, әҙәбиәтен өйрәтә. Уның ҡыҙҙары, малайҙары матур итеп шиғыр һөйләй, оҫта бейей, йырлай. Район, республика ярыштарында еңеү яулайҙар.
Резеда Салауат ҡыҙы матбуғат менән дә дуҫ. Яҙмалары район, республика баҫмаларында, шулай уҡ «Йәншишмә» гәзитендә баҫылып тора. Уға артабан да ижади уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ.
Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы педагогы.
Баймаҡ ҡалаһы.