Уҡыусылар өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар һөйләне, йыр йырланы. Көҙгө сағыу сәскәләрҙән эшләнгән гөлләмәләр бүләк итте. Үҙҙәренең иншаларын уҡып ишеттерҙеләр, һүрәттәре, "Минең өләсәйем" аппликацияһы менән ҡыуандырҙылар.
Аҙаҡтан өләсәйҙәр үҙҙәренең бала саҡтағы уйындарын бәләкәстәр менән бергәләп уйнаны. Йыр-бейеү, мандолина моңдары бергә үрелеп барған уйындар балаларға бик оҡшаны. Байрам ҡыҙҙарҙың "Өләсәй, бергә сәй эсәйек!" йырын сәхнәләштереү һәм уларҙы сәйгә саҡырыу менән тамамланды. Бергә тәмле сәйҙәр эсеү байрамдың иң күңелле өлөшө булды.
Гөлдәр АРЫҪЛАНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Йәнтеш ауылы.