+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
3 Октябрь 2024, 10:13

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!

 Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәп уҡыусыларынан килгән хаттар.

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
 Иң яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыларымдың береһе – Рәзилә Иҙрис ҡыҙы Солтанова. Ул беҙгә башланғыс синыфтарҙа ныҡлы һәм төплө белем бирҙе. Рәзилә Иҙрис ҡыҙы үткәргән дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм фәһемле, хатта ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала тор­ғайны.
   Уҡытыусыбыҙ изге күңелле, һылыу, тыныс холоҡло, итәғәтле, тырыш. Ул беҙҙе лә ошо сифаттарға эйә булырға өйрәтте. Үҙен шул тиклем яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Әле шатлыҡ тойғолары кисерәм, сөнки өлкән синыф уҡыусылары булып киттек. Шул уҡ ваҡытта бер аҙ яманһыу ҙа: тәүге уҡытыусым менән хушлашыу ҡыйын булды. Һәр саҡ ярҙам иткән   аңлаған, дәртләндергән һәм ҡурсалаған уҡытыусым Рәзилә Иҙрис ҡыҙы Солтановаға оло рәхмәтемде белдерәм.


Искәндәр ИҘРИСОВ,
VI синыф уҡыусыһы.

Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй...
Мин IV синыфта белем алам. Мәктәбемдәге бөтә уҡытыусылар ҙа – уҡыусылар өсөн үрнәк һәм өлгө, белем тауына әйҙәүселәр.
Үҙемдең уҡытыусым Регина Хәниф ҡыҙы тураһында яҙып үткем килә. Мөләйем, яғымлы һәм ихлас кеше ул. Һәр балаға иғтибарлы булғаны өсөн атай-әсәйҙәребеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Күңел йылыһын өләшкән, кәрәк саҡта йыуатҡан, беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡурсалаған уҡытыусыма мең рәхмәтлемен, уға эшендә уңыштар һәм һаулыҡ теләйем.


Фәнгиз ЯНБАЕВ,
IV синыф уҡыусыһы.
 
 Рәзилә Иҙрис ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.Ҡурҡып ҡына уҡырға килгән бәләкәй малай инем, хәҙер ҙурмын инде. Шуҡлыҡтарымды аңлап, белмәгәнемде өйрәтеп, һәр саҡ ярҙам итеүен бер ҡасан да онотмам! Исемегеҙ минең йөрәгемдә оло һөйөү менән урын алған.


Нурислам ҠАСИМОВ,
VI синыф уҡыусыһы.
 
 Рәзилә Иҙрис ҡыҙы Солтанова Бирҙеғол ауылында тыуған. 1990 йылда мәктәпте тамамлап, 1995 йылда уҡытыусы булып эш башлаған һәм әлеге көнгәсә 2-се Ин­йәр мәктәбендә уҡыта.
Рәзилә Иҙрис ҡыҙы – беҙҙе белем баҫҡыстарына әйҙәүсе, тәү башлап ҡәләм тоторға, хәреф танырға, еребеҙҙе һаҡларға, телебеҙҙе һөйөргә өйрәтеүсе. Яратҡан уҡытыусымдың үткәргән дәрестәрен һәр ваҡыт түҙемһеҙләнеп көтөп алдым, уның кәңәштәренә рәхмәтлемен.
Икенсе әсәйем кеүек бит ул! Уҡытыусым, мең-мең рәхмәт һиңә!


Уралиә ҒӘБДИЕВА,
VI синыф уҡыусыһы.

Уҡытыусым!
Һинең биргән белемдәрең менән
Алға барам, шатлыҡ өләшәм.
Уҡытыусым күрһен, ҡыуанһын тип,
Янып йәшәйем мин, көрәшәм...
Уҡытыусы – ябай һәм ҙур көскә эйә булған һүҙ. Ярат­ҡан уҡытыусым Зифа Әхтәм ҡыҙы Йомағужина тураһында һөйләйем әле. Беҙҙе урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта ул. Үҙенсәлекле үткәрелгән дәрестәре миңә бик оҡшай. Зифа Әхтәм ҡыҙы яңы ҡағиҙәләр аңлатҡанда төрлө шиғырҙар, өҫтәлмәләр, һүҙбәйләнештәр ҡуллана.
Дәфтәрҙәр тикшереү, дәрестәргә әҙерләнеү күп ваҡыт ала, көс талап итә. Бынан тыш, уҡытыусы көсһөҙөрәк уҡыусылар менән дә эшләргә онотмай. Зифа Әхтәм ҡыҙы белемебеҙҙе баһалап, яңы темаларҙы аңлатып ҡына ҡалмай, беҙҙе тәрбиәләргә лә тырыша, ғәҙел булырға, саф күңел менән йәшәргә әйҙәй.
Ысын уҡытыусы булыу – ул талант. Минеңсә, һәр педагог ихтирамға лайыҡ. Уларҙы байрамдары менән ихлас ҡотлайым.



  • Алһыу ХАЖИӘХМӘТОВА,
     IX синыф уҡыусыһы.
    Белорет районы,

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас