Беҙ ҙә синыбыҙ менән ихлас ҡушылдыҡ. Йорт хайуандары, хужаһыҙ ҡалған эт һәм бесәйҙәрҙе ҡурсалауға, яҡлауға, тейешле иғтибарға мохтаж булыуҙары хаҡында һөйләштек.
Иң әүҙем синыф – II “В”-лар. Улар (синыф етәкселәре – Елена Владимировна Мифтахова) бесәйҙәргә иң күп аҙыҡ йыйып тапшырҙы.
Дәрестән һуң Приютово ҡасабаһының Ветерандар берләшмәһе, "КотоПёс" ойошмаһы ирекмәндәре ойошторған "Изге йөрәктәр" фестивалендә ҡатнашып, эйәһеҙ ҡалған мыяуҡай һәм маъмайҙар менән таныштыҡ. Төрлө уйындарҙа ҡатнаштыҡ.
Шулай итеп, "Изге йөрәктәр" хәйриә фестивале эт менән бесәй һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Фестиваль быйыл V тапҡыр ойошторолдо. Ошо ваҡыт эсендә урам бесәйҙәре һәм эттәре өсөн 4 өй төҙөлгән, ә 350 тирәһе бесәй ғаиләгә урынлаштырылған. Әле 9 мең 900 һум аҡса һәм бик күп йорт хайуандарына ашарға ризыҡ йыйылған.
Изге эштәр игелекле кешеләр тарафынан башҡарыла. Әйҙәгеҙ, кесе дуҫтарыбыҙға иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ!
Олег Филюшин, 7-се мәктәп уҡыусыһы.
Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы.