0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
9 Октябрь 2024, 12:35

Бөгөн – Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө

9 октябрҙә Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре, публицист Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскәләр һалыу матур йолаға әүерелгән.

Бөгөн –  Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Бөгөн – Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө

Бөгөн дә журналистар ошо сараға йыйылды. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, "Башинформ" агентлығынан Алик Шакиров, Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан Гөлдәриә Йосопова, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, ветеран журналистар Марсель Сәлимов һәм Фәнил Ҡоҙаҡаев сығыш яһағандан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалынды. 

Республикала 1989 йылда Журналистар союзы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдыра. 1996 йылдан ул Башҡортсотандың дәүләт наградаһы статусын ала. Республика көнө алдынан быйылғы лауреаттар исемлеге лә билдәле буласаҡ. Уның күләме 2024 йылдан 500 мең һумға күтәрелде.

Әйткәндәй, республикала "Аҡбуҙат" журналы коллективы йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн Башҡортостан Башлығы грантына "Беҙ – йәш шаһитсы" тигән проектты тормошҡа ашыра. Бик хуп. Был медиамәктәптә шөғөлләнгән балаларҙан киләсәктә башҡорт матбуғатында эшләрлек журналистар сығырына ышанып ҡалайыҡ.

Бөгөн –  Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Бөгөн –  Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Бөгөн – Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: