+1 °С
Ясно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
10 Октября 2024, 07:35

Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек

Беҙҙең балалар баҡсаһында Республика көнөнә арналған байрам үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнекБашҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек

Сара урыҫ һәм башҡорт телдәрендә барҙы. Сара традицион рәүештә гимндарҙы тыңлау һәм дәүләт флагтарын күтәреү менән башланды. Балалар республика символикаһы тураһында белемдәрен нығытты, ҡурай моңон тыңланы. Байрам дауамында улар ике дәүләт телендә Тыуған ил тураһында йырҙар йырланы, шиғырҙар уҡыны, халыҡ бейеүҙәре башҡарҙы. Малайҙар-ҡыҙҙар башҡорт «Яулыҡ» һәм «Ат сабышы» милли уйындарын да ҙур теләк менән уйнаны. Һис шикһеҙ, был байрам балаларыбыҙҙың хәтерендә ҡалыр, сөнки кеше өсөн иң ҡиммәтле нәмә — Тыуған ил.

 

Наталья МӨФТӘХОВА,

 276-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Өфө ҡалаһы.

 

Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнек
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас