Ә шулай ҙа әсәй ҡулдарынан
Алған икмәк һәр саҡ тәмлерәк.
Шағирә Әнисә Таһирова яҙған был юлдарҙы.
Бөгөн Бөтә донъя икмәк көнө айҡанлы төрлө саралар үтә. Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла уҡыусыларҙы саҡырып, икмәк ҡәҙере тураһында бик матур, йөкмәткеле кисә үткәргән. Боронғо ҡул тирмәне менән дә таныштырғандар, игенсе хеҙмәте тураһында һөйләгәндәр. Сара "Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә ойошторолған.
Фото: vk.com.
"Айыҡ ауыл -2024 "Аҡъюл ауылы төркөмөнән алынды.