Йәнә Салауат Юлаев проспекты башланған ергә, Ҡала Советы ҡаршыһына йәки тимер юл вокзалы янына урынлаштырыу ҙа ҡарала монументты. Тик Сосланбәк Тавасиев уның өҫтөндә эшләй башлаған ваҡыттарҙа буласаҡ урын хаҡында "Уфа, южная оконечность Чишминской улицы, на холме перед спуском к реке Белой, имеющая абсолютную отметку над уровнем Балтийского моря 187,0 м" тип яҙылған була. Был документҡа 1943 йылда ҡул ҡуйыла. Проект 1944 йылда тамамланырға, ә Салауат Ағиҙел ярына 1950 йылда менеп ҡунаҡларға тейеш була. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында эш һуҙыла. Ә һәйкәл, белеүегеҙсә, 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Был көндө баш ҡалала ҙур митинг та уҙа. Рәсәйҙәге иң бейек атлы һәйкәл, шулай итеп, Өфөлә урынлашҡан. Ул өс кенә нөктәгә таянып тороуы менән дә үҙенсәлекле. Ә тиҙҙән монументҡа ремонт эшләнәсәк. Ҡалабыҙҙың төп символы тағы ла матурайыр!
Фотолар: yandex.ru.