Шағирә Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНАНЫҢ шиғыры ла йырлап тора, шулай бит. Әсәләр көнө менән!
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
Фото: ya.ru.