«Әсәйемдең портеты”, “Минен әсәйемдең һөнәре” тип аталған темаларга һүрәттәр төшөрҙөләр. Кескәйҙәр үҙ ҡулдары менән һөйөклө әсәйҙәренә бүләктәр эшләнеләр. “Әсәйзәр көнө” тип аталған байрамға әҙерләнделәр, матур йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар өйрәнделәр. Һәр бер бала үҙенең әсәһе тураһында йылы һүҙҙәрен еткерзе:
Әмир Исмәғилев: “Минең әсәйемден исеме – Алина, уны шул тиклем нык яратам. Уға һаулыҡ, бәхет теләйем”.
Таңсулпан Әбйәлилова: “Әсәйемдең исеме – Гөлъямал. Беҙ ғаиләлә 4 бала. Әсәйем уңған, беҙгә тәмле ҡоймаҡтар бешереп ашата”.
Артур Йәнтимеров: “Минең әсәйемдең исеме Валентина. Иң тәмле бәлеште әсәйем бешерә”.
Вилена Аҙнабаева: “Әсәйем – Айһылыу. Уның менән миңә рәхәт».
Ысынлап та, әсәй булыу – оло бәхет. Һәр әсәгә иң изге теләктәремде еткерәм. Бала бәхетенә төрөнөп, уларҙың изгелеген күреп, оҙон бәхетле тормош кисерһен беҙҙең әсәйҙәр.
Гөлкәй АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.