+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
24 Декабря 2024, 04:32

Конституция көнө

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Конституция көнөКонституция көнө
Конституция көнө

Уға тиклем республика СССР һәм Рәсәйҙең ҡыҫҡартылған Конституциялары буйынса эш итә. Үҙебеҙҙең төп законды ҡабул итеү Башҡортостанда демократик хоҡуҡи дәүләттең нигеҙҙәрен нығыта. 

Конституция ҡабул ителгәс, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай барлыҡҡа килә. Президентлыҡ институтын булдырыуға нигеҙ һалына. Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡоы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы булдырыла.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө айҡанлы белем усаҡтарында, уҡыу йорттарында төрлө саралар, интеллектуаль уйындар, асыҡ дәрестәр ойошторола. 

Конституцияны белеү кәрәк. Был һине яҡлаулы итә. 

Фото: yandex.

Автор:
Читайте нас