Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
4 Февраль , 13:35

9 меңдән ашыу етем бала бар

Башҡортостанда һуңғы биш йылда етем балалар һаны  кәмегән.

Был турала Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова белдергән. 

Әлеге ваҡытта 9 мең 681 бала - етем статусында. Һуңғы биш йылда уларҙың 19,1 процентҡа кәмеүе билдәле. 

Һәр малай һәм ҡыҙ ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы. Ата-әсәһе булмаһа йәки булып та ата-әсәлек бурысын үтәмәһә, уларҙы икенсе, наҙ һәм һәйбәт тәрбиә бирерлек ғаиләгә урынлаштырыу отошло юл тип иҫәпләнә. Был етемлектең насар эҙемтәләрен булдырмау өсөн мөһим. Әле республикала яңы ғаиләгә урынлашырға сиратта тороусы балалар һаны ла 30 процентҡа әҙәйгән икән. 

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: