Ул Салауат районы Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. Тыуған ерендә йорт-музейы бар. Өфөләге үҙе уҡыған интернат-мәктәп уның исемен йөрөтә.
Талант эйәһенең шиғырҙарын, көндәлектәрен кем генә яратып уҡымай икән?! Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның ижадына, тормош юлына бағышланған сайт асылды. "Бәйләнештә" селтәрендә төркөм бар.
Һеҙгә тәҡдим ителгән фотолар ramigaripov. сайтынан алынды.