Сафуан Әлибай, Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң).
Уның тураһында википедияла уҡығыҙ - https://ba.wikipedia.org/wiki/Әлибаев_Сафуан_Әфтәх_улы.
Сафуан Әлибаев оҙаҡ йылдар "Башҡортостан пионеры" ("Йәншишмә") гәзитендә эшләй. Бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, 21 йыл баш мөхәррир була.
Һуңынан Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире булып эшләй.