"Үҙ хоҡуҡтарыңды яҡла" эшлекле уйыны барыһына ла файҙалы булды. Сөнки балалар тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе дөрөҫ һайларға өйрәнде, хоҡуҡтары боҙолған осраҡта уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Был осраҡта “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында ҡанун” да ярҙамға килә. Мәҫәлән, ҡайһы тауарҙы кире тапшырырға ярай, ә ҡайһыһын ҡайтарып булмай? Үҙ хоҡуғын белгән ҡулланыусы һәр ваҡыт ота. Үҫмерҙәр ҙә бының шулай икәнен белде.
Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.