+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?

Бөтә донъя театр көнө алдынан яратҡан актерҙарыбыҙ менән осраштыҡ.

Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?
Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?

"Юлдаш" радиоһы үҙенең 25 йәшенә 25 осрашыу планлаштырғайны. "Юлдаш plus" йәштәр үҙәгендә улар гөрләп үтә. Был юлы ҡунаҡҡа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Артур Кәбиров, Милена Сираева, Морат Рафиҡов килде.

Алып барыусы Сәриә Рамаҙанова әңгәмәне күңелле итеп ойошторҙо, осрашыуға килеүселәр ҙә һорауҙарын яуҙырҙы ғына. Артистар театр тормошонан төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә алды, ғаиләләре хаҡында ла һөйләп үтте. Мәҫәлән, Рафиҡовтар бәпәй көткән саҡта Морат менән Милена бер спектаклдә пар булып уйнаған икән. Ҡатыны менән кәңәшләшеп, сабыйҙарына ла уның исемен һайлағандар. Башдрамдың иң матур актрисаларының береһенең исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә хәҙер кескәй Милена! 

Бындай йылы осрашыу йырһыҙ буламы ни? "Минең йондоҙом", "Йөрәктәр ҡушылды...", щепкинсылар гимны... Морат Рафиҡов шиғыр һөйләп тә алды. Бик күңелле булды! Аҙағынан сәй эсеп, ҡәнәғәт таралыштыҡ.

Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?
Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?
Ни өсөн Морат Рафиҡов ҡыҙына Милена тип исем ҡушҡан?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас