+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
1 Апрель 2025, 08:04

"Пингвиндар осорға өйрәнгән"

"Би-би-си" телеканалы Швейцария тураһындағы сюжетта пингвиндарҙың йылы яҡҡа осоуы тураһында һөйләгән.

"Пингвиндар осорға өйрәнгән""Пингвиндар осорға өйрәнгән"
"Пингвиндар осорға өйрәнгән"

Был хәл 2008 йылда һәм 1 апрель шаяртыуы булған, әлбиттә. Телевизорҙан шулай тип торғас, халыҡтың аптырауҙан башы ҡатҡандыр инде. 

Көлкө көнө бик күп илдәрҙә билдәләнә, ҡайһы берҙәрендә "ахмаҡтар көнө" тип тә атала. Беҙҙә күберәк "алдаҡсы көн" тиҙәр. 

Донъя тарихындағы ныҡ алдауҙарҙы теркәп ҡуйғандар. Шуларҙың береһе спорт менән бәйле. 1988 йылдың 1 апрелендә "Известия" гәзите Марадонаның 6 миллион долларға "Спартак"ка күсеүе тураһында яҙып сыға. Журналистарҙың шаяртыуына фанаттар шул тиклем ышанған, хатта 1 апрель икәнен дә онотҡандар, редакция телефоны шылтыратыуҙарҙан шартлай яҙған. Гәзиттең киләһе һанында бының шаяртыу ғына икәне тураһында яҙырға тура килгән. Улай ғынамы, сит илдәрҙә лә Диего Марадонаның "Спартак"ка күсәсәгенә ышана яҙғандар.

Ә һеҙҙе алданылармы әле, дуҫтар? 

Фото: sport24.

"Пингвиндар осорға өйрәнгән"
"Пингвиндар осорға өйрәнгән"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас