+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
2 Апрель 2025, 04:55

Бөтәбеҙгә – бер ҡояш

2 апрель Бөтә донъя аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу көнө билдәләнә.

Бөтәбеҙгә – бер ҡояшБөтәбеҙгә – бер ҡояш
Бөтәбеҙгә – бер ҡояш

Һәр йылдағыса, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы педагогтары төрлө саралар ойошторҙо. Кескәйҙәр “Дим тураһында” йәнһүрәтен ҡараны. Ул балаларҙы яҡшылыҡҡа әйҙәй, ысын дуҫлыҡҡа бер ниндәй диагноз да ҡамасауламағанын күрһәтә.

Белгестәр балалар менән “Бөтәбеҙгә – бер ҡояш” тигән әңгәмә ҡорҙо. Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап бирҙеләр. Һуңынан балалар зәңгәр йөрәк формаһында аппликация эшләне. Сөнки зәңгәр төҫ – аутизмға ҡаршы көрәш символы.

“Үҙенсәлекле балалар”ҙың мөмкинлектәре сикһеҙ булһын өсөн, уларға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!

 

Р. ҺӨЙӨНДӨКОВА, Г. ФӘЙЕЗОВА, педагогтар.

Баймаҡ ҡалаһы,

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас