+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
12 Апрель 2025, 07:02

Йыһан алыҫ та, яҡын да

Өфөләге 30-сы моделле балалар китапханаһында 311-се балалар баҡсаһының өлкән төркөмө өсөн Космонавтика көнөнә арналған сара уҙҙы.

Йыһан алыҫ та, яҡын даЙыһан алыҫ та, яҡын да
Йыһан алыҫ та, яҡын да

Балалар серле планеталар донъяһына сумды, һауа шарҙарынан ракеталарға тиклем космонавтиканың үҫеш тарихы менән танышты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре лә планеталар тураһында белемдәре менән уртаҡлашты. Сатурн — ул беҙҙең галактиканың ынйыһы, уның тирәләй таштан һәм боҙҙан торған ҡулсалар оса, ә Юпитер — Ҡояш системаһындағы газ планетаһы икәнен беләләр икән.

Сара барышында балалар Космонавт менән уйнаны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, пюре рәүешендәге махсус ризыҡтан ауыҙ итеп, кешеләрҙең йыһанда нисек туҡланыуын, унда бутка һәм аш, шулай уҡ алма һәм әфлисунды ашаймы-юҡмы икәнен белде. Шулай уҡ ҡунаҡҡа Астроном да килгән ине. Ул планеталар һәм йондоҙҙар тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, ғаләм йырлай ала, һәр йондоҙ, комета, хатта беҙҙең Ер төрлөсә, бик матур яңғырай. Балалар Ҡош юлы галактикаһының, йондоҙҙарҙың, Сатурн ҡулсаларының, Айҙың, Ҡояштың һәм беҙҙең Ер планетаһының нисек яңғырағанын ишетте.

О. ШАРКАЕВА, М. ХУДОБА.

Р. МАРКИНА фотоһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас