

Ҡунаҡтарыбыҙ төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә сәйәхәт ҡыла алды. Хеҙмәткәрҙәр башҡорт, татар, урыҫ кейемдәренең тарихына туҡталды, үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Ғөмүмән, кейем быуындар хәтерен һаҡлаусы мөһим нәмә ул! Балалар бигерәк тә ундағы биҙәктәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Һуңынан китапҡа ҡусҡар орнаментлы һалғыс эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ә осрашыу тамамланыр алдынан милли кейемде кейеп ҡарау мөмкинлеге лә булды. Балаларға бик оҡшаны.
Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.