Был ниндәй көн икән?
30 Апреля 2025, 21:15

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА Беренсе май

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Майҙың байрамдары күп,

Майҙың шатлыҡтары күп,
Майҙың сәскәләре күп —
Балҡып тора зәңгәр күк!
Шарҙар оса елпелдәп,
Күгәрсендәр гөрләшә,
Ал байраҡтар тулҡынып
Елдәр менән серләшә.
Беренсе май байрамын
Яратам мин, яратам,
Дуҫтар менән бер сафта
Йырлап барам парадта:
Еребеҙҙе һаҡларға
Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.
Атһын өсөн ал таңдар,
Ҡанат булһын тыныслыҡ!
Ҡанат булһын тыныслыҡ!

Фото: Розалиә Йәлилова.

Һүрәттә: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусылары.

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас